Ямғыр булып. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Ямғыр булып



Һыуҙан ҡурҡам, ҡурҡам уттан,
Һыйынамын күктәргә.
Күктәрҙән яҡлау эҙләүем
Сәйерҙер ҙә күптәргә.
Һыуҙан ҡурҡам, ҡурҡам уттан -
Үҙем ерҙән яралған,
Йәнем ерҙә ҡалаламайса,
Ғүмерлеккә зар алған.
Һыуҙан ҡурҡам, ҡурҡам уттан,
Осам ике арала.
Күҙ йәштәрем йыйнап-төйнәп
Болот булып таралам.
Һыуҙан ҡурҡам, ҡурҡам уттан,
Төшалмайым ерҙәргә.
Ямғыр булып яуырмын бер
Үҙем ятыр гүрҙәргә.


2012